

Йыл һайын балалар уға хыял-теләктәрен еткерә. Һеҙ ҙә хат яҙығыҙ. Нисекме? Әлбиттә, иң тәүҙә Ҡыш бабайға мөрәжәғәт итеп, һаулыҡ һорашырға, шунан үҙең менән ентекләп таныштырырға кәрәк. Артабан инде иң ҙур хыялыңды еткерергә була, аныҡ ҡына итеп бүләккә нимә алырға теләүеңде яҙырға кәрәк. Үтенесегеҙҙе матур итеп әйтегеҙ. Ни өсөн нәҡ ул әйбер кәрәк икәнен дә аңлатырға мөмкин. Ҡыш бабайға матур теләктәрегеҙҙе лә еткереп, күңелен күтәрергә лә онотмағыҙ. Иң аҙаҡтан исем-шәрифегеҙҙе яҙығыҙ.
Хатығыҙҙы декабрь аҙағына тиклем ҡалдырмай, алдараҡ ебәрергә тырышығыҙ. Был Ҡыш бабай Яңы йылға тиклем бүләктәр алып өлгөрөрһөн өсөн кәрәк.
Конверт тышына адресығыҙҙы, исем-шәрифегеҙҙе дөрөҫ, асыҡ итеп яҙырға кәрәк. Ҡыш бабайҙың ярҙамсылары уҡый алмай тормаһын.
Ә Ҡыш бабайҙың адресы былай: 162390, Россия, Вологодская область, город Великий Устюг, «Дом Деда Мороза».
Хатығыҙҙы махсус почта йәшнигенә һалығыҙ. Ул булмаһа, ябай почта йәшнигенә.
Иғтибар: Ҡыш бабайҙың адресын редакция адресы менән бутап ҡуймағыҙ, дуҫтар!
Фото: yandex.