

Полина ғаиләләре Хабаровск ҡалаһынан Өфөгә күсеп килгәс тыуған. Бик ҡыҙыҡһыныусан, һәләтле бала. Йырлай ҙа, гитарала уйнай, бейей. Шиғырҙар яҙа һәм башҡа авторҙарҙың да шиғырҙарын яттан тасуири итеп һөйләргә ярата. Унан шиғыр уҡыуын һораусылар бик күп, үҙҙәре лә ижад емештәрен тәҡдим итә. Ҡыҙ хәрби госпиталдәрҙә лә яралылар менән осраша. Мариуполь, Мелитополь, Токмак, шулай уҡ Мәскәү, Ульяновск өлкәләрендә, Санкт-Петербург ҡалаһында шиғырҙар уҡыған. Быйыл ул "Уралдың изге эштәре" Бөтә Рәсәй премияһының "МХО-ға ярҙам өсөн" номинацияһында еңгән. "Ҡыйыулыҡ өсөн", "Ватанға хеҙмәте өсөн" миҙалдары менән бүләкләнгән.
2024 йылда Полинаның тәҡдиме менән фронтҡа адреслы ярҙам үҙәге асыла. Бында, әлбиттә, өләсәһе ярҙам итә. Хәҙер унда маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, яугирҙарға кәрәкле әйберҙәр йыйыла.
Полинаның үҙенә бағышлап та йырҙар, шиғырҙар ижад итәләр. Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев бөгөн уны "За заслуги" миҙалы менән бүләкләне. Бына шундай ғорурланырлыҡ кескәй яҡташыбыҙ бар.
Фото: ratmir.mavliev