

"Беҙҙең бөтә спектаклдәрҙең миссияһы балаларға үҙҙәрен сәнғәт аша күрһәтергә, аңларға өйрәтеү. Был һөйләшеүҙә йәш актерҙар ҙа, тамашасылар булараҡ педагогтар һәм тиҫтерҙәре лә ҡатнаша. Сәнғәт үҫмерҙәргә ауыр мәлдәрен еңелерәк үткәрергә, сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итергә, донъяға икенсе төрлө ҡарарға ярҙам итеүенә ышанам. Балалар менән ижад телендә һөйләшеп, уларға шәхси үҫеш, үҙҙәрен донъяла танытыу өсөн ҙур мөмкинлектәр асабыҙ", – ти Константин Хабенский. Илебеҙ ҡалаларында 5,5 мең уҡыусы спектаклдәр ҡараясаҡ.
Өфөлә Константин Хабенский фонды ярҙамында ойошторолған "Оперение/ХАХАЧУ" ижади үҫеш студияһы "Нур" татар театрының ҙур сәхнәһендә Вильям Шекспирҙың "Ромео һәм Джульетта" әҫәре буйынса пластик спектакль-хокку күрһәтте. Режиссеры – Гүзәл Аҡбирҙина. Геройҙарҙың хис-тойғоларҙы ҡәҙимгесә, һүҙ ярҙамында түгел, ә хәрәкәт, бейеү аша бирелеүе тамашасыны йәлеп итте. Зал тын да алмай ҡараны. Сәнғәтте тойорға кәрәк, тиҙәр бит. Йәш актерҙар хәрәкәттәре аша тамашасыларға нимә әйтергә теләгәндәрен еткерә алды: яҙмыш ниндәй ҡатмарлы булһа ла, мөхәббәт еңә. Бик күптәр спектакль ҡарағанда уйланғандыр, һыҙланғандыр, үҙҙәрен тамаша геройҙары урынына ҡуйып ҡарағандыр. Һуңынан таралышырға ашыҡманылар, үҫмерҙәрҙе борсоған мәсьәләләр тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ҙә булды.
Башҡортостандың Бөрө ҡалаһында ла "Мөһим темаға һөйләшеү" проекты буйынса спектакль күрһәтеләсәк.
Фото: com.