

Башҡортостан Республикаһы тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының уҡыусылар өсөн айырым сара ойоштороуы ҡыуандырҙы. "Һинең халыҡ-ара бизнесҡа тәүге аҙымың" тип аталған профориентация сессияһын Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығы Рәсәй тышҡы сауҙа академияһының өҫтәмә белем биреү буйынса проректоры Александр Никитенко һәм халыҡ-ара бизнес факультеты деканы Алла Гришкова алып барҙы. Өфө мәктәптәренең IX-X синыф уҡыусылары ҡатнашты. Тәүҙә халыҡ-ара бизнес, экспорт, импорт кеүек төшөнсәләр тураһындағы һорауҙарға күмәкләп яуап эҙләнеләр. Был өлкәлә ниндәй һөнәр эйәләре эшләгәнен асыҡланылар.
– Халыҡ-ара бизнес – ул аҡса эшләү.
– Башҡа илдәр менән бәйләнеш.
– Тауар, белем менән алмашыу...
Эйе, халыҡ-ара бизнес – ул компанияларҙың һәм эшҡыуарҙарҙың тауарҙар, хеҙмәттәр йәки мәғлүмәт менән алмашыу буйынса милли сиктәр аша эшмәкәрлеге. Был өлкәлә тәржемәсе, логист, менеджер, юрист кеүек һөнәр эйәләре эшләй. Сит ил менән хеҙмәттәшлек итеүселәр ундағы аралашыу телен, климатты, географияһын, халыҡтың йәшәү шарттарын, хатта мәҙәниәтен, импорт һәм экспорт ҡағиҙәләрен, тарифтарҙы һәм башҡаларҙы яҡшы белергә тейеш. Башҡортостан тауарҙары бүтән илдәр баҙарына нисек барып эләгә? Был һорауға буласаҡ эшҡыуарҙар бергәләп яуап эҙләне. Сөнки сараның икенсе өлөшөндә "Башҡортостанда етештерелгән: төбәктең экспорт стратегиялары" тип аталған кейс-уйын үткәрелде. Уҡыусылар командаларға бүленеп, ойоштороусылар тәҡдим иткән карточкаларҙан оҡшағанын һайлап алды һәм сығыш әҙерләне. Мәҫәлән, 27-cе мәктәп уҡыусыларына Сәғүд Ғәрәбстанына башҡорт балын һатыу темаһы эләккәйне.
– Сәғүд Ғәрәбстанында бал әҙ. Шуға күрә был ил менән хеҙмәттәшлек итергә була. Унда мосолман халҡы күпселекте тәшкил итә, ә улар өсөн бал – изге ризыҡ. Балдың боҙолмауын иҫәпкә алып, хаҡы осһоҙораҡ булһын өсөн диңгеҙ буйлап күпләп алып барырға мөмкин...
Балалар Иранға – быяла, Ҡытайға – минераль ашламалар, Һиндостанға – метал торба, Индонезияға инновацион мәғлүмәт программаһын тәҡдим итеү юлдарын тикшереп ҡараны. Интернетты белеп ҡулланырға мөмкин, тигәйнеләр. Уҡыусылар эҙләнде, уйланды, бергәләп план төҙөнө. Тәҡдим иткән продуктың конкуренттарҙыҡынан нимәһе менән өҫтөн, тауарыңа ул илдә һорау бармы, ниндәй транспорт менән алып барыу отошлораҡ буласаҡ, экспортта ҡаршылыҡтар юҡмы? Тауарығыҙға санкция индерелмәгәнме? Юлда һауа торошона бәйле ҡытыршылыҡтар көтөлмәйме? Ошондай һорауҙарға яуап эҙләп, балалар үҙҙәре өсөн халыҡ-ара бизнес өлкәһе серҙәрен асты. Әлбиттә, Мәскәүҙән килгән остаздарҙан дәрес алыу онотолмаҫ тәьҫораттар ғына түгел, белем дә бирҙе. Александр Алексеевич һәм Алла Андреевна һәр команда менән әңгәмәләшеп, йүнәлеш биреп торҙо.
Киләсәген бизнес менән бәйләргә теләгән уҡыусылар был һөнәр эйәләренең сит телдәрҙе яҡшы белергә, кеше менән еңел аралашырға, ныҡышмал, сыҙамлы булырға, хәүефте алдан күрергә тейеш икәнен, хатта психолог та булырға кәрәклеген аңланы.
– Кемдәр ниндәй сит телдәрҙе белә? Инглиз теле иҫәпкә алынмай, уны һәр кем эшлекле һөйләшеү кимәлендә белергә тейеш. Беҙҙең академияла 13 сит тел өйрәнелә. Халыҡ-ара бизнес өлкәһендә эшләргә теләһәгеҙ, беҙгә уҡырға килегеҙ, – тине Рәсәй тышҡы сауҙа академияһы проректоры Александр Никитенко.
Халыҡ-ара бизнес форумында ҡатнашҡан балалар араһынан да киләсәктә ошондай ҙур форумдарҙа спикер булып ҡатнашырлыҡ эшҡыуарҙар сығыр әле. Төплө сығыштар күп булды бит, уларҙың авторҙары сертификаттар менән бүләкләнде.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Автор фотолары.