

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика Журналистар союзының XXIV съезында ҡатнашты. Республика етәксеһе киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә юғары профессионаллығы, әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм социаль яуаплылығы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы журналистар өсөн "Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ" премияһы булдырыуы хаҡында ла иҫкә төшөрҙө. Быйылғы премия тиҙҙән икенсе тапҡыр тапшырыласаҡ.