

Тәүгеләрҙән булып уны 9 хеҙмәттәшебеҙ алды: Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан Азат Саҙрыев, Айнур Кәбиров, Ильяс Батыргәрәев, Илдар Юлдыбаев, Гүзәл Хәмитова, Булат Саҙрыев, Иван Шабрин, "Башинформ" агентлығынан Эдуард Ҡусҡарбаев, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов.
Бөрйән районының "Таң" гәзите редакцияһы водителе, ирекмән, махсус хәрби операция биләмәһенә 70 тапҡыр гуманитар ярҙам алып барған Иршат Сәйетбатталов иһә Рәсәй Журналистар союзының "Ҡыйыулыҡ өсөн" маҡтаулы билдәһенә лайыҡ булды.
Журналистар махсус хәрби операция биләмәһенә йыш бара, алғы һыҙыҡта була. Ватан һаҡсылары тураһында репортаждар әҙерләйҙәр, мәҡәләләр, әҫәрҙәр яҙалар. Был сәфәрҙәр хәүефле лә, шуға ла быйыл республикала хәрби хәбәрселәр тураһында ҡанун ҡабул ителде. Ул хәрби журналист статусын, дәүләт ярҙамы сараларын нығыта. Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев Башҡортостандың ошо башланғысы тураһында ил кимәлендә хәбәр итәсәген, бүтән төбәктәр өсөн дә һәйбәт өлгө икәнен белдерҙе.
Фото: com.