+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
10 Декабрь 2025, 09:22

"Йәш шайморатовсылар балы"на иң-иңдәр йыйылды

Быйыл Өфөлә икенсе тапҡыр үткән "Йәш шайморатовсылар балы"на республикабыҙҙың 23 районы һәм 5 ҡалаһынан  218 уҡыусы саҡырылды. Улар - барыһы ла уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиадалар, конкурстар, ярыштар еңеүселәре, йәмәғәт эштәре һәм ирекмәндәр хәрәкәте әүҙемселәре.

"Йәш шайморатовсылар балы"на иң-иңдәр йыйылды"Йәш шайморатовсылар балы"на иң-иңдәр йыйылды
"Йәш шайморатовсылар балы"на иң-иңдәр йыйылды

Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул иң яҡшы 11 уҡыусыға "Йәш шайморатовсы" билдәләрен тапшырҙы. Краснокама районы Краснохолмдағы 3-cө мәктәптән Варвара Фәйзуллина маҡтаулы I дәрәжә "Йәш шайморатовсы" билдәһенә лайыҡ булды. "Шайморатов синыфы - синыф ҡына түгел, ғаилә кеүек. Беҙ шәхес булараҡ үҫәбеҙ, донъяға ҡарашыбыҙ формалаша, ҡарарҙар ҡабул итергә һәм улар өсөн яуаплы булырға өйрәнәбеҙ", - ти ул.

Бал, әлбиттә, бейеү менән тамамланды. Уҡыусылар Рим Хәсәнов һәм Урал Иҙелбаев әҫәрҙәренә вальстар башҡарҙы.

Әйткәндәй, әле республикала 290 шайморатовсылар синыфы бар. 

Фото: glavarb,  com.

 

"Йәш шайморатовсылар балы"на иң-иңдәр йыйылды
"Йәш шайморатовсылар балы"на иң-иңдәр йыйылды
"Йәш шайморатовсылар балы"на иң-иңдәр йыйылды
"Йәш шайморатовсылар балы"на иң-иңдәр йыйылды
"Йәш шайморатовсылар балы"на иң-иңдәр йыйылды
"Йәш шайморатовсылар балы"на иң-иңдәр йыйылды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас