+28 °С
Облачно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
10 Декабря 2025, 11:05

Йәш армеецтар сараһында ҡатнашыуым менән ғорурланам, - ти Фәнис менән Вилдан

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында тантаналы сара булды. Унда   илһөйәр булып үҫеп килеүсе йәш быуынды "Йәш армеец батырлығы" билдәһе менән бүләкләнеләр.

 45 уҡыусы III дәрәжәле «Йәш армеец батырлығы» билдәһе менән бүләкләнде. Шуларҙың араһында Салауат районы Малаяҙ мәктәбенең VIII синыфта белем алған Вилдан Ситдиҡов һәм IX синыф уҡыусыһы Фәнис Шәүәлиев та бар ине.

— Был сарала ҡатнашыуым менән ғорурланам. Тарихи мәл. Бик матур сара булды. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, — ти Фәнис Шәүәлиев.

Фәнис Шәүәлиев — бар яҡтан да өлгөлө егет. Ул «Авангард»та ойошторолған һауа-десант ғәскәрҙәренә арналған профилле сменала ҡатнашып, унда хәрби инженер әҙерлеге һәм йәшәү нигеҙҙәрен үтәү буйынса нормаларҙы иң яҡшы күрһәткестәр менән тапшырған  өсөн диплом менән бүләкләнгән. Шулай уҡ ул — «Йәш армия» отряды командиры, «Милләттәр кросы-2024» еңел атлетика ярышының еңеүсеһе. Бөтә Рәсәй «Беренселәр хәрәкәте» проекты ҡатнашыусыһы. Йыл  һайын Бөтә Рәсәй «Зарница 2.0» хәрби-илһөйәрлек уйынында әүҙем ҡатнашыусы булараҡ та  билдәле ул. 

Вилдан Ситдиҡов та — әүҙем, тырыш өлгөлө уҡыусы. Төрлө олимпиадаларҙың еңеүсеһе.  Ул — «Милләттәр кросы – 2024» ярыштарында район буйынса призёр. Калашников автоматын тулыһынса йыйыу-һүтеү  буйынса мәктәп беренселегендә  иң-иңдәр араһында гел беренсе. Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса «Мин хәтерләйем. Мин ғорурланам» олимпиадаһының төбәк-ара этабында еңеү яулаған. Ул да йыл һайын «Зарница 2.0» хәрби-илһөйәрлек уйынында ҡатнаша.

 Фото: Малояз. Салаватский район. Башкирия 

«Йәш шайморатовсылар балы»нда ҡатнашыуым менән ғорурланам, — ти Фәнис Шәүәлиев
«Йәш шайморатовсылар балы»нда ҡатнашыуым менән ғорурланам, — ти Фәнис Шәүәлиев
«Йәш шайморатовсылар балы»нда ҡатнашыуым менән ғорурланам, — ти Фәнис Шәүәлиев
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас