

Был поезд 20 мең километр арауыҡты үтеп, илдең 70 ҡалаһында туҡтап, ҡунаҡтарға күңелле минуттар бүләк итеп, сәйәхәтен туҡтатасаҡ.
Быйыл Башҡортостанда Ҡыш бабай поезын ике ҡала — Өфө һәм Стерлетамаҡ көтә.
Ошо йәкшәмбе, 14 декабрҙә, поезд Өфөгә килеп етәсәк, күңелле программа сәғәт 11-ҙән 17 сәғәткә тиклем дауам итәсәк.
15 декабрҙә поезд Стерлетамаҡҡа килеп етә. Ул ҡалала сәғәт 11-ҙән киске 19 сәғәт тә 10 минутҡа тиклем буласаҡ.
Ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡлы программа көтә: Ҡыш бабай менән осрашыу, артисттар һәм аниматорҙар сығыштары, асыҡ вагондарҙа — төньяҡ сувенирҙары лавкаһы, фото-камералы вагон, ресторан-вагон, буфет һәм тәүге тапҡыр мажаралы һарай-вагон була.
Килегеҙ, күрегеҙ, кескәй дуҫтар!
Сығанаҡ һәм фото: ИА "Башинформ" | Новости Уфы и Башкортостана