

Башҡортостанда, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлау буйынса әүҙем эш алып бара.
Бөгөн беҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосоповаға мөрәжәғәт иттек. Был ҡалала кескәйҙәр, уҡыусылар, йәштәр менән әүҙем эш алып барыла.
– Ләйсән Йәркәй ҡыҙы, һеҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ ҡалаһы бүлексәһен 2015 йылдан алып етәкләйһегеҙ. Һеҙҙең башланғыс менән үткәрелеп, төбәк-ара кимәлгә күтәрелгән “Етегән” ғаилә байрамы, башҡорт ғаиләһе көнө – ҙур ҡаҙанышығыҙ. Уны Стәрлетамаҡтың бренды, тип хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы тағы ниндәй саралар ойоштора?
– Беҙ ҡоролтай янында үҙебеҙҙең коммерцияға ҡарамаған ойошмабыҙҙы булдырҙыҡ. Уның аша төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, грант отоу, проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге артты. Мәҫәлән, тормоштары Стәрлетамаҡ менән бәйле күренекле шәхестәргә һәйкәл, бюст, таҡтаташ асыу йүнәлешендә эшләйбеҙ. Университетта Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл астыҡ. Яҙыусылар һәм ғалимдар аллеяһы булдырылды. Этно-фестиваль, Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәре тарихына арналған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһын үткәрҙек. Ике йылға бер ҡалабыҙҙа Асыҡ шиғриәт конкурсы уҙғарыла. Ойоштороу эштәрен һәм бағымсы булараҡ бурыстарҙы Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы үҙ өҫтөнә алған. Йылдан-йыл ҡатнашыусылар күбәйә, иң шатландырғаны шул: мәктәп уҡыусылары күп һәм саф башҡорт телендә береһенән-береһе яҡшы, сағыу сығыштар тәҡдим ителә.
– Һеҙҙең йәштәр, балалар менән алып барған эшегеҙ күптәргә өлгө булып тора, тиһәк, моғайын, яңылышмаҫбыҙ…
– Беҙҙең ҡоролтай ҡарамағында бығаса Йәштәр ҡоролтайы эшләп килде, 2024 йылда улар ойошма исемен “Башҡорт йәштәре” тип үҙгәртте. Йәштәрҙе ҡоролтай эшенә йәлеп итеүҙе мөһим, тип һанайбыҙ. Улар заманса фекерләй, идеялары күп, әүҙемдәр. Бергә-бергә бик матур, һөҙөмтәле эштәр башҡарырбыҙ, тип уйлайбыҙ. Уҡыусылар менән дә даими рәүештә аралашып, улар менән төрлө сараларҙа осрашып торабыҙ. Шайморатов синыфтары менән бәйләнешебеҙ ныҡ. Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла – ике, 23-сө полилингваль күп йүнәлешле мәктәптә бер Шаймортов синыфы бар. “Яңы мәктәп” мәғариф проекты буйынса тормошҡа ашырылған “Герой партаһы” асыу сараларында ҡатнашабыҙ. “Мөһим темаға һөйләшеү” дәрестәренә барабыҙ. Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-cө гимназияла мөһим патриотик ваҡиға булды: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар легендар генерал Шайморатов көрәшкән һәм һәләк булған урындан тупраҡ алып ҡайтып тапшырҙы. Былар барыһы ла йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү өсөн мөһим.
Туған телде, йолаларҙы һаҡлау буйынса “Ағинәй” йәмғиәте менән берлектә балалар баҡсаларында кескәйҙәрҙе фольклорыбыҙ менән таныштырыу, туған тел мөхитенә йәлеп итеү йәһәтенән “Кәкүк сәйе”, “Балан байрамы” кеүек кисәләр ойошторабыҙ.
“Жәлил Кейекбаев уҡыуҙары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы ҡалабыҙҙа быйыл 18-се тапҡыр үтәсәк. Стәрлетамаҡта телһөйәр, илһөйәр балалар артыуына ҡыуанабыҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллыҡ юбилейын үҙебеҙҙә билдәләгәндә лә ҡалабыҙҙың кескәй башҡорттарын шатланып ҡаршыланыҡ. Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның мәктәпкәсә төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре шиғри күстәнәстәрен бүләк итте. Бына кемдәр – беҙҙең ышаныслы киләсәгебеҙ! Ҡоролтай шулай ҡала шарттарында телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә иғтибар, һөйөү, ихтирамды көсәйтеп эшләүен дауам итһен. Ойошманың асылы шунда.
Фото: https://vk.com/club93484867