+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
15 Декабрь 2025, 10:30

14 йәшлек һылыу халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында еңеү яуланы!

Лина Мөхәмәдйәнова Таиландта үткән Kids Star International-2025 балаларҙың халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында республикабыҙ исеменән сығыш яһаны.

14 йәшлек һылыу халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында еңеү яуланы!14 йәшлек һылыу халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында еңеү яуланы!
14 йәшлек һылыу халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында еңеү яуланы!

Конкурстың йомғаҡтары буйынса жюри Башҡортостан ҡыҙы Линаға 1-се вице-Мисс титулын бирҙе.

Ул Красноусолдағы 1-се мәктәптең VIII cиныфында  уҡый. Өфө ҡалаһындағы “Luna models Kids” балалар модель мәктәбендә шөғөлләнә. "Ер шары һылыуҡайы" (Beauty of the Globe) Халыҡ-ара конкурсының “Вице-мисс” титулына һәм “Ер шарының иң яҡшы моделе” номинацияhына лайыҡ. Шулай уҡ август айында ғына “Face оf Bashkortostan” конкурсында еңеп сыҡҡан!

Ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштарың күп булһын!

Фото һәм сығанаҡ: телеканал САЛЯМ | СӘЛӘМ телеканалы

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас