

Өфө мәктәптәренән “Беренселәр хәрәкәте”нең әүҙем ағзаларын “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Йәмәғәт ҡабул итеү штабында ҡотланылар.
Паспорт алыу – иҫтәлекле мәлдәрҙең береһе. Балалар менән осрашыуға Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе, Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты етәксеһе Эльвира Мацкевич килеүе тулҡынландырғыс булды. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 7-се саҡырылыш депутаты ла ул. Үҙе Пенза өлкәһенән булһа ла, тормош иптәше хәрби кеше булғас, әле Башҡортостанда йәшәй. Ай һайын махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйып алып барыуҙа ҡатнаша. Эльвира Александровнаның уҡыусыларға һөйләр һүҙҙәре, кәңәштәре күп ине. Уларҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе, мәктәп йылдары, МХО-лағы яугирҙар, тормош маҡсаты тураһында һөйләне.
– Ауыл мәктәбендә уҡыным, әсәйем уҡытыусы ине. Мин дә дәрестәрҙән һуң өйгә ҡайтмай, төрлө сараларҙа ҡатнаштым, сәнғәт, спорт, журналистика буйынса түңәрәктәрҙә шөғөлләндем, – тип балаларҙы әүҙем булырға, ирекмәндәр хәрәкәтендә лә ҡатнашырға саҡырҙы ул.
Рәсәй Конституцияһы көнөндә Дәүләт Йыйылышы депутаты Эльвира Мацкевич ҡулынан паспорт алған һәр үҫмер үҙендә ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ хисе кисергәндер.