

Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 250 егет һәм ҡыҙ йәш армеецтарҙың ҡышҡы уйындарына йыйылған ине. Улар интеллектуаль викторинала белемдәрен һынап ҡараны, сафта йөрөү конкурсында ҡатнашты, төрлө ярыштарҙа үҙҙәренең физик әҙерлеген, таһыллығын күрһәтте, пилотһыҙ осоусы аппараттар менән идара итеү оҫталыҡтарын да иҫбатланы.
Республика Башлығы менән осрашыуҙа уға ҡайҙа әрме хеҙмәтендә булыуы, ысын ир-егеткә ниндәй сифаттар хас булырға тейешлеге, республиканың киләсәге тураһында һорауҙар бирҙе.
Йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү тураһында ла һөйләшеү булды.
- Күпмелер ваҡыттан республика менән идара итеүҙе һеҙҙең ҡулдарға тапшырасаҡбыҙ. Әлегә һеҙгә уҡырға ла уҡырға кәрәк. Алдағы тормошоғоҙҙа уңыштар теләйем, барыһы ла яҡшы булһын. Атай-әсәйҙәрегеҙгә, дуҫтарығыҙға күп сәләм һәм Яңы йыл менән изге ҡотлау теләктәрен еткерегеҙ, - тине Радий Фәрит улы.
Фото: vk.com.
Мәғлүмәт glavarb.ru сайтынан алынды.