+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Декабрь 2025, 08:32

"Башҡортостан журналистика өлкәһендә башланғыстар буйынса алдынғы"

Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығының журналистика өлкәһендәге "Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ" премияһы еңеүселәре бүләкләнде. Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев ошо турала "Башинформ"ға: "Башҡортостан журналистика өлкәһендә башланғыстар буйынса алдынғы.

"Башҡортостан журналистика өлкәһендә башланғыстар буйынса алдынғы""Башҡортостан журналистика өлкәһендә башланғыстар буйынса алдынғы"
"Башҡортостан журналистика өлкәһендә башланғыстар буйынса алдынғы"

Өлкәндәр өсөн генә түгел, балалар һәм йәштәр өсөн дә бик күп баҫма матбуғат саралары сыға. Телеканалдар эшләй, журналистар талантлы, фронтҡа ла әүҙем йөрөйҙәр, бик күп ҡыҙыҡлы репортаждар эшләйҙәр. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар.  Төбәктең Журналистар союзы һәр саҡ иң яҡшы 20 иҫәбендә, бының менән ғорурланырға мөмкин. "Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ" премияһы, әлбиттә, журналистар берләшмәһенең нисек эшләүен һәм быға республика етәкселегенең ниндәй мөнәсәбәттә булыуын күрһәтә", - тип белдергән.

Соловьев республикабыҙ журналистары съезында сығыш яһағанда ла журналистар йәмәғәтселеге исеменән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа киң мәғлүмәт сараларына һәм журналистарға дөрөҫ мөнәсәбәте  өсөн рәхмәтен еткергәйне. Шулай уҡ махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән ете кешегә хәрби хәбәрсе танытмаһы тапшырылғандан һуң, Башҡортостандың был башланғысын, моғайын, башҡа төбәктәр ҙә хуплар, ил буйлап таралыр, тигәйне.

Фото: yandex.

 

"Башҡортостан журналистика өлкәһендә башланғыстар буйынса алдынғы"
"Башҡортостан журналистика өлкәһендә башланғыстар буйынса алдынғы"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас