

Был юлы ул 2026 йылдың 31 майына тиклем дауам итәсәк. Акцияла 3 - 17 йәштәге балалар ҡатнаша ала. Шарттары тураһында https://елкажеланий.рф/dreamer сайтында танышырға мөмкин. Шунда уҡ онлайн форматта теләктәрҙе лә ҡалдырып була.
Яҡташыбыҙ, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ла изге акцияға ҡушылып, Өфөнән 10 йәшлек Викторияның теләген үтәйәсәк.
Ҡыҙ синтезатор тураһында хыяллана икән.
Яңы йыл - тылсымлы байрам. Хатта өлкәндәр ҙә мөғжизәгә ышана был көндәрҙә. "Теләктәр шыршыһы"ның маҡсаты - ауыр тормош шарттарына юлыҡҡан балаларға ярҙам итеп, изгелек эшләү.
Фото: com.