

Уны асыу тантанаһы 20 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.
Башҡорт Ҡыш бабайы 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем тирмәһендә буласаҡ. Балалар һәм өлкәндәр уның менән аралаша, фотоға төшә, бейей, шиғырҙарын һөйләй ала.
Шыршы янында Яңы йыл байрамы, ҡышҡы уйындар, сана шыуыу, уҡ атыу, милли кейемдә фотоға төшөү - көн дә ошондай саралар ҡаралған.
Һорауҙарығыҙ булһа, +7 (917) 430-00-20 (WhatsApp), +7 (917) 467-85-70 телефондарына шылтыратып белешергә мөмкин.
Фото: geopark-toratau.