+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
19 Декабрь 2025, 15:49

Рәсәй Президентынан киләсәк быуындарға мөрәжәғәт

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин 4,5 сәғәт барған ҙур матбуғат конференцияһында 103 һорауға яуап бирҙе.

Рәсәй Президентынан киләсәк быуындарға мөрәжәғәтРәсәй Президентынан киләсәк быуындарға мөрәжәғәт
Рәсәй Президентынан киләсәк быуындарға мөрәжәғәт

Тура эфир ваҡытында ғына уға 3 миллион һорау килгән. "Киләһе быуындарға ваҡыт капсулаһына нимә яҙып ҡалдырыр инегеҙ?" - тигән ҡыҙыҡлы һорауға шунда уҡ яуап ҡайтарҙы.

"Беҙ, Рәсәйҙә сикһеҙ ваҡыт ағымының XX һәм XXI быуаттарында йәшәгәндәр, боронғолар, ата-бабаларыбыҙ башҡарған бөтә эштәрҙе рәхмәт менән ҡабул иттек. Беҙ, башҡалар кеүек, һәр ерҙә һәм һәр ваҡыт үҙебеҙҙең алдағы хәстәрлектәр менән йәшәнек. Әммә бер урында торманыҡ - алға барҙыҡ, эшләнек, көрәштек һәм заман ҡуйған мәсьәләләрҙе тейешенсә хәл итергә тырыштыҡ. Киләсәк тураһында уйланыҡ, һеҙҙең хаҡта уйланыҡ. Әгәр әле беҙҙең мөрәжәғәт һеҙҙең ҡулда икән, тимәк һеҙ ҙә үҙегеҙҙе дөйөм сикһеҙ ваҡыт ағымының бер өлөшө итеп тояһығыҙ. Тимәк, һеҙ ҙә ваҡыт бәйләнешен тояһығыҙ һәм аңлайһығыҙ. Был бик мөһим, һеҙҙе ошоноң менән ҡотлайбыҙ. Тимәк, беҙ ҙә, эшләгәнбеҙ, көрәшкәнбеҙ, һеҙҙең хаҡта уйлағанбыҙ икән, бушҡа йәшәмәгәнбеҙ һәм күп нәмәгә өлгәшкәнбеҙ, тигән һүҙ. Һеҙгә һәр ваҡыт уңышлы, бәхетле булыуығыҙҙы, беҙ әлеге ваҡытта ата-бабаларыбыҙ менән ғорурланған кеүек ейәндәрегеҙ һәм бүләләрегеҙ һеҙҙең менән дә ғорурланыуын теләйбеҙ."

Фото: gtrkamur.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас