

400-ҙән ашыу I синыф уҡыусыһы ҡатнашты унда. Байрам фойела уҡ башланды. Өҫтәмә белем биреү педагогтары кескәйҙәр өсөн уйынсыҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, аквагрим студияһы, фотозона эшләне.
Залда "Ал сәскәнең Яңы йыл мөғжизәһе" тигән театрлаштырылған тамаша көтә ине. Филармония артистары балаларға сағыу матур байрам, яҡшы кәйеф бүләк итте.
Һуңынан шыршы тирәләй Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән рәхәтләнеп күңел астылар. Бергәләп уйнанылар, Яңы йыл шыршыһы утын ҡабыҙҙылар. Һуңынан һәр бала Ҡыш бабай бүләге алды.
Фото: gorodufa.