Унда йылҡы малының төрлө тоҡомдары тураһында мәғлүмәт бирелгән. Беҙҙең башҡорт атына арналғаны июнь айына тура килә. Башҡорт аты тураһында Рәсәйҙәге климат шарттарына яраҡлашҡан ыҡсым кәүҙәле, сыҙамлы, тыныс холоҡло боронғо дала тоҡомо, тип яҙылған.
Урыҫ сәйәхәтсеһе, тарихсы, географ Петр Рычков башҡорт аттарының электән үк сыҙамлығы менән һанланыуын, ҡапыл борола алыуын, етеҙлеген, тилберлеген билдәләп үткән. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорттарҙың байтағы 300—400 йылҡы малы тотҡан. Рычковтың яҙыуынса, башҡорттар аттарын йәйен дә, ҡышын да тибендә далала йөрөткән. Ҡар нисек кенә ҡалын булмаһын, башҡорт аттары тояҡтары менән сапсып тибенеп, ҡар аҫтынан үҙҙәрен туйындырырлыҡ туң үлән тапҡан. Ҡышын егеүгә файҙаланған аттар өсөн бесән әҙерләнгән. Был турала “Башҡорт википедияһы”нда уҡырға мөмкин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2021 йылдан июлдең өсөнсө шәмбеһе Башҡорт аты көнө тип билдәләнде. Бының маҡсаты – башҡорт тоҡомло аттарға иғтибар бүлеү, һаҡлау, йылҡысылыҡты үҫтереү.
Фото: kurultai.