-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
23 Декабрь 2025, 09:06

Әминә менән Максим Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды

Октябрьский ҡалаһының 22-се мәктәбенән Әминә Шәңгәрәева Башҡортостан Башлығы менән тура эфир барғанда үҙенең Республика көнөнә арналған һүрәтен Радий Хәбировҡа бүләк итергә теләүе тураһында хәбәр иткәйне.

Әминә менән Максим  Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды
Әминә менән Максим Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды

Кисә ул әсәһе менән Өфөгә килеп, Радий Фәрит улына  Салауат Юлаев һәйкәле фонында төшөргән рәсемен тапшырҙы. Әминә Яңы йыл хыялы тормошҡа ашыуына бик шат. "Мине ошолай республика етәксеһенең кабинетына саҡырырҙар, тип уйламағайным да. Радий Фәрит улы ябай ғына итеп һөйләшә. Ысын Ҡыш бабай кеүек оҙон буйлы", - ти ҡыҙ. Ул яҡшы уҡый, олимпиадаларҙа ҡатнаша икән.

Радий Фәрит улы үҙенең эше тураһында һөйләгән, Әминәгә Яңы йыл бүләге тапшырған. 

Кисә шулай уҡ Башҡортостан Башлығына ҡунаҡҡа Салауат районы Мөрсәлим ауылынан Максим Шаһиморатов та икенсе тапҡыр килгән. Белеүебеҙсә, ул былтыр ҙа республика етәксеһе менән осрашҡайны. Малай ике тапҡыр "Салют" реабилитация үҙәгендә дауаланған. Ул да картинаһын бүләк итте. Радий Фәрит улы ике һүрәтте лә ял бүлмәһенә элеп ҡуясағын әйтте. Ә Максимды киләһе йылдың февраленә "Патриот" паркына сәйәхәткә саҡырҙы.

"Балаларға һаулыҡ һәм уңыш теләйем. Өлкәндәрҙе балаларға изгелек бүләк итергә саҡырам. Уларҙың бәхетле йылмайыуын күреү өсөн йәшәйбеҙ ҙә инде", - тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә сәхифәһендә республика етәксеһе.

Фото: glavarb.

 

 

Әминә һәм Максим  Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды
Әминә һәм Максим Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас