Унда Башҡортостандың бөтә район һәм ҡалаларынан 1 мең уҡыусы ҡатнашты. Был шыршы байрамына уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, төрлө конкурстарҙа еңеүселәр, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар саҡырылғайны. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла байтаҡ. Баш ҡалала уҙған Яңы йыл байрамына саҡырыу ҡағыҙы ҙур бүләк инде ул.
Балалар тәүҙә фойелағы матур фотозоналарҙа, төрлө йәнһүрәт геройҙары менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Шунан уларҙы шыршы тирәләй уйнарға, йырларға саҡырҙылар.
Республика шыршы байрамының мотлаҡ өлөшө – Яңы йыл тамашаһы. Быйыл ул “Яңы йылда – уйынсыҡтар донъяһында” тип атала. Төп геройҙары – Атай менән Әсәй һәм төрлө-төрлө уйынсыҡтар. Атай менән Әсәйҙең бала саҡтан уҡ Ҡыш бабайға ышанмауҙары тураһында һөйләшеп торғанын ишетеп ҡалып, Ҡыш бабай ейәнсәре Ҡарһылыуҙы эйәртеп килеп инә лә уларҙы уйынсыҡтар донъяһына оҙата. Яңы йыл еткәнсе нисек ҡайтып етерҙәр инде?! Шәп тамаша килеп сыҡҡан: профессиональ артистар, музыка, сағыу костюмдар…
Ә һеҙ мөғжизәгә ышанаһығыҙмы, дуҫтар? Нисек кенә булмаһын, изгелеккә, яҡшылыҡҡа ышанып, ынтылып, хыялдарҙы ысын итергә тырышып йәшәргә кәрәк, шулай бит?! Республика шыршы байрамынан балалар ҡыуанып ҡайтҡандыр. Беҙ бер нисә район һәм ҡала вәкилдәре менән танышып өлгөрҙөк. Бишбүләктәрҙе Ҡушйылға мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Гүзәл Рәфил ҡыҙы Ғәзизова алып килгән. Олег Трофимов, Артур Сәлимов, Эмиль Ғәзизов, Давид Макаровтар – бөтәһе лә тырыштар. Эмиль V синыфта “бишле”гә генә уҡый, ГТО нормативтарын алтын миҙалға тапшырған, физкультура буйынса Гагарин кубогына үткән республика олимпиадаһында физкультура буйынса еңеүсе булған.
Бәләбәйҙәге 1-се мәктәптән Мәликә Нижник та V синыфта “бишле”гә генә уҡый икән. "MIX Dance" студияһында шөғөлләнә. Гимнастика буйынса төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Хатта Мәскәүҙән II урын яулап ҡайтҡан. Ә республика буйынса ике тапҡыр еңеүгә өлгәшкән.
Бөрйәндәр Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусыһы Зарема Дәүләтҡужина етәкселегендә килгән. Байназар мәктәбенең IX синыфынан Батырхан Әминев теүәл фәндәрҙе – математика, физиканы ярата. Тиҫтерҙәренә лә тырышып уҡыуҙарын теләй.
Күгәрсен районынан биш уҡыусы республика шыршы байрамына килеү бәхете тейгән.
– Беҙҙе “Патриот” паркында урынлаштырҙылар. Унда ла Яңы йыл тамашаһы ойошторолдо, балаларға бик оҡшаны, – ти етәкселәре Рәлиә Мөнир ҡыҙы Абсаликова.
Йылҡы йылын ҡаршыларға ла күп ҡалманы. Ул барыбыҙҙың да изге теләктәрен тормошҡа ашырһын!