-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
26 Декабрь 2025, 16:47

Ауыл мәктәбе директорҙарына - гранттар

Быйыл Башҡортостанда ауыл мәктәбе директорҙарына гранттар булдырылғайны. Бөгөн Радий Хәбиров 50 етәксегә сертификаттар тапшырҙы.

Ауыл мәктәбе директорҙарына - гранттар
Ауыл мәктәбе директорҙарына - гранттар

Был грантҡа конкурста халҡының һаны 25 меңдән артмаған ауылдарҙан 45 йәшкә тиклемге директорҙар ҡатнаша ала. 2025 йылда 50 директор 690 мең һумлыҡ грант алды. 

"Ауылда мәктәп мәктәп кенә түгел, дөрөҫөн әйткәндә ул - йәмәғәт тормошоноң үҙәге. Шуға ауыл мәктәбе директорының эше лә үҙе бер миссия, халыҡҡа хеҙмәт итеү булып тора", - тип яҙған Башҡортостан Башлығы уларҙың эшен юғары баһалап.

Фото: glavarb.

Ауыл мәктәбе директорҙарына - гранттар
Ауыл мәктәбе директорҙарына - гранттар
Ауыл мәктәбе директорҙарына - гранттар
Ауыл мәктәбе директорҙарына - гранттар
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас