III сиректә ул үҙ ишектәрен аса. Гудвилль парк биҫтәһендәге яңы белем усағы "Заманса мәктәп" федераль проекты буйынса төҙөлгән. Балаларҙы яҡшы йыһазландырылған белем үҙәге көтә.
Ул 640 уҡыусыға һәм 140 мәктәпкәсә йәштәге балаға тәғәйенләнгән. Атай-әсәйҙәрҙең, уҡыусыларҙың ҡыуанысының сиге юҡ. Бығаса уларға өйҙәренән йыраҡта, күптәренә Шамонин мәктәбендә уҡырға тура килгән, ә хәҙер үҙҙәренең заманса белем биреү үҙәге бар. Тырышып уҡырға ғына кәрәк.
Г.Исламова фотолары.