Йыл һайын республикабыҙҙағы һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы йыя ул. Был юлы ла Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан, Тәтешле, Илеш, Дүртөйлө, Бөрө, Бүздәк, Шишмә, Өфө райондарынан 253 үҙенсәлекле ҡыҙ һәм малай, шулай уҡ 79 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрендә тәрбиәләнгән бала саҡырылғайны. Белеүегеҙсә, был шыршы байрамы "Бәхет биләмәһе" хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова етәкселегендә ойошторола.
Байрамға килеүселәрҙе ҙур ҡурсаҡтар, Юлбарыҫ, Тейен, Ҡуян, Кәзә, Шрек, Чебурашка, Ҡар бабай һәм башҡалар ҡаршы алды. Кескәйҙәр бигерәк тә Чебурашканы оҡшатты, уның менән фотоға төшөргә теләүселәр күп ине. "Ғаилә" республика ресурс үҙәге психологтары оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, теләүселәр аквагрим, прическа эшләтте. Икенсе ҡаттағы матур итеп биҙәлгән шыршы янында ла күңелле, йәнле тамаша ойошторолдо. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килгәйне. Балалар был көндө ауырыуҙарын онотоп, үҙҙәрен мөғжизәле, серле донъяға килеп эләккәндәй тойғандыр.
Ә тамаша залында уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм "Бәхет биләмәһе" хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Владимировна сәләмләне.
– Бөгөн Иҫке Яңы йыл. Бөтә илебеҙ уны билдәләй. Беҙ ҙә һеҙҙе ошо матур байрам менән ҡотларға килдек. Иң тәүҙә балаларыбыҙға мөрәжәғәт итәм. Һеҙ ысынлап та иң яҡшылары, иң матурҙары, иң аҡыллылары һәм иң көслөләре. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйем, сирҙәрегеҙ бөтһөн, һеҙҙе борсомаһын. Яҡшы уҡығыҙ, ата-әсәйегеҙҙе тыңлағыҙ, тормошоғоҙҙа барыһы ла һеҙ хыялланғанса булһын. Әлеге ваҡытта ғаилә башлыҡтары, күптәрҙең атайҙары алғы һыҙыҡта, махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бөгөн ошо ғаиләләргә хөрмәтемде һәм һүҙ ярҙамын күрһәтергә теләйем. Барыбыҙ ҙа уларҙың өйҙәренә иҫән-һау ҡайтыуына, ҡуйылған бурыстарҙы үтәүенә ышанабыҙ, – тине Радий Фәрит улы.
– Бөгөн һеҙҙең менән бергә булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Һәр ваҡыт мөғжизәгә ышаныуығыҙҙы теләйем һәм ул мотлаҡ тормошта буласаҡ, – тине Каринэ Хәбирова.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры репертуарынан "Музыкаль әкиәттәр биттәре буйлап" тамашаһы һәр кемгә оҡшаны. Унан һуң балалар республика етәксеһе һәм уның хәләл ефете ҡулынан Яңы йыл бүләктәре алды.
"Аксаков шыршыһы" – иғтибар, ихтирам билдәһе. Әйткәндәй, хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры элек шулай тип аталған. Уны яҙыусы Аксаков иҫтәлегенә халыҡтан йыйылған аҡсаға төҙөгәндәр. Шуға ла нәҡ ошонда социаль шыршы байрамы үткәреү бик урынлы.
Бындай саралар бөгөнгө көндә республиканың бар төбәктәрендә ойошторола.
Автор һәм Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.