-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Солтанморатҡа - бүләк

2025 йыл аҙағында Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында Өфөнән биш йәшлек Солтанморат Ғизәтуллиндың видеоһорауын күрһәткәйнеләр. Иҫләйһегеҙҙер әле.

Солтанморатҡа - бүләк
Солтанморатҡа - бүләк

Ул, ҡасан башҡортса йәнһүрәттәр төшөрөләcәк йәки билдәле йәнһүрәттәр башҡорт теленә тәржемә ителәсәк, тип һорағайны. Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, малай өсөн был һорау ысынлап та мөһим, уларҙың ғаиләһендә, балалар баҡсаһында ла башҡортса һөйләшәләр. Солтанморат "Юлдаш" радиоһын яратып тыңлай, "Тамыр" тапшырыуҙарын ҡарай. Ҡыҙыҡлы һорауы һәм әүҙемлеге уны өсөн ҡала хакимиәте етәксеһе Ратмир Мәүлиев исеменән эштәр менән идара итеүсе Асҡар Батталов ҡотлап, бүләк тапшырған.

Әсәһе әйтеүенсә, малайҙы динозаврҙар донъяһы ҡыҙыҡһындыра икән. "Дино командаһы" тигән йәнһүрәттең башҡортсаға тәржемәһен бик яратып ҡараған.

Фото: gorodufa.

 

Солтанморатҡа - бүләк
Солтанморатҡа - бүләк
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас