-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

"Тотороҡло ғаилә" клубтары эшләйәсәк

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина сығыш яһаған.

"Тотороҡло ғаилә" клубтары эшләйәсәк
"Тотороҡло ғаилә" клубтары эшләйәсәк

 Уның белдереүенсә, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары вәкиле алып барған "Балалар - ғаиләгә" федераль программаһы буйынса Башҡортостанда "Тотороҡло ғаилә" клубтары эшләй башлаясаҡ. Уларҙың төп маҡсаты - социаль етемлекте булдырмау, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам итеү. Бындай клубтар Рәсәйҙең 26 төбәгендә эшләй икән. Беҙҙә лә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булышлығында "Ғаилә" үҙәктәрендә тиҙҙән 20 шундай үҙәк асасаҡтар. 

Шулай уҡ "Балалар тауышын ишетәбеҙ" проекты буйынса онлайн рәүештә балаларҙың фекерен беләсәктәр, ҡарарҙар ҡабул иткәндә уларҙың да фекерен иҫәпкә аласаҡтар.

Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы иғлан ителде.

Фото: deti.gov., cdn13.

 

 

 

"Тотороҡло ғаилә" клубтары эшләйәсәк
"Тотороҡло ғаилә" клубтары эшләйәсәк
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас