Кисә гвардия капитанының Алтын Йондоҙон ата-әсәһенә тапшырғандар. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының Балтика флоты командующийы, адмирал Сергей Липилин, Владислав Бочаровтың яҡындары, кадеттар, шайморатовсылар, йәш армеецтар ҡатнашҡан.
Хәрби офицер Батырлыҡ ордены, "Батырлыҡ өсөн", Ушаков миҙалдары менән бүләкләнгән.
Владислав 1997 йылда тыуған. Белореттағы 8-се мәктәпте - алтын миҙалға, данлыҡлы Рязань юғары һауа-десант училищеһын да ҡыҙыл дипломға тамамлаған.
Хәрби офицер 2025 йылдың 22 мартында Запорожье өлкәһендә батырҙарса һәләк була.
Махсус хәрби операция барышында һәләк булған ҡаһарман яҡташтарыбыҙ тураһында Башҡортостан онотмаясаҡ, уларҙың исемдәре мәңгеләштереләсәк.
Фото: belrab.ru.