-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә "Кесе Ватан - Рәсәй көсө" форумы бара

Башҡортостанда III "Кесе Ватан - Рәсәй көсө" бөтә Рәсәй муниципаль форумы бара.  

Өфөлә "Кесе Ватан - Рәсәй көсө" форумы бара
Өфөлә "Кесе Ватан - Рәсәй көсө" форумы бара

Унда илебеҙ төбәктәренән урындағы үҙидара вәкилдәре - 500-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Кисә делегаттар республикабыҙҙың алдынғы тәжрибәләре менән уртаҡлашыу өсөн төрлө район һәм ҡалаларға барҙы. 

29-30 ғинуарҙа Өфөләге "Торатау" конгресс-холында эшлекле программа ҡаралған. 

РФ Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Евгений Грачев белдереүенсә, Башҡортостан был форумды үткәреү урыны итеп юҡҡа ғына һайланмаған. Республика тотороҡло иҡтисади-социаль үҫеше, төбәк һәм муниципаль кимәлдә проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуы менән өлгө булып тора. Шулай уҡ инвестициялар йәлеп итеү, халыҡ һәм бизнес өсөн уңыйлы мөхит булдырыу буйынса ла алдынғы төбәктәрҙән һынала. 

Фото: vk.com. Делегаттар Шишмә районындағы “Дуҫлыҡ” сауҙа үҙәгендә тормошҡа ашырылған“Балалыҡ биләмәһе”ндә лә булған.

Өфөлә "Кесе Ватан - Рәсәй көсө" форумы бара
Өфөлә "Кесе Ватан - Рәсәй көсө" форумы бара
Өфөлә "Кесе Ватан - Рәсәй көсө" форумы бара
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас