-20 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Кино Башҡортостанда ла күрһәтеләсәк

Алматы ҡалаһында башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса төшөрөлгән "Таштамасы, ана" фильмының исем туйы үткән.

Кино Башҡортостанда ла күрһәтеләсәк
Кино Башҡортостанда ла күрһәтеләсәк

Фильм 5 февралдә прокатҡа сыҡҡан. Башта ул тик Ҡаҙағстан кинотеатрҙарында ғына күрһәтелә.
Фильмды артабан Урта Азия илдәре телдәренә дубляжлап прокатҡа сығарыу күҙаллана.

Кино Башҡортостанда ла күрһәтеләсәк, тип белдерә китап авторы.

Айгиз Баймөхәмәтовтың китабы Ҡаҙағстанда 10 тапҡыр нәшер ителә. Уның китаптарының дөйөм тиражы 100 000 дананан ашып киткән. Авторҙың әҫәре мотивтары буйынса Ҡаҙағстан театрҙарында спектаклдәр ҡуйыла килә. 2024 йылда Айгиз Баймөхәмәтов «Ҡаҙағстандың Почётлы яҙыусыһы» исемен дә алды.

Шулай уҡ Башҡортостан киностудияһы төшөргән «Не оставляйте нас» фильмы прокатҡа әҙерләнә. Премьера быйыл йәйгә тиклем булыр тип көтөлә.

 

Сығанаҡ һәм фото: «ТАМАША» журналы

 

Кино Башҡортостанда ла күрһәтеләсәк
Кино Башҡортостанда ла күрһәтеләсәк
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас