-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Барыһы ла Еңеү өсөн!

Барыһы ла Еңеү өсөн! Башҡортостан Республикаһы журналистар союзы һәм Нәшриәт йорто тағы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға аҡса йыйыу тураһында иғлан итте.

Барыһы ла Еңеү  өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!

Республика Башлығы Радий Хәбиров йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә журналистарға рәхмәт белдерҙе, республиканың хәрби хәбәрселәре федераль коллегалары менән бер рәттән хәрби зонала эшләп, МХО йылъяҙмаһын яҙыуға үҙ өлөшөн индерә, тип билдәләне.

Былтыр октябрҙә Журналистар союзы МХО-ға мобилизацияланған хеҙмәттәштәре өсөн ҡиммәтле ҡорамалдар алыуға аҡса йыйыу тураһында иғлан иткәйне. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев быны хуплап, төбәктә йәшәгән һәр кемде үҙ өлөшөн индерергә саҡырғайны. "Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр республика яугирҙарына әүҙем ярҙам итә. Гуманитар ярҙам йыялар, маскировка селтәре үрәләр, буржуйка-мейестәр, окоп шәмдәре эшләйҙәр. Октябрҙә Матбуғат йортонан ундағы журналистарға ярҙам алып барҙылар. Унан һуң яугирҙар һорауы буйынса Яңы йылға тиклем тағы ярҙам ойошторҙоҡ, йыйылған аҡсаға разведка дронына заказ бирҙек", – ти ул.

Журналистар быйыл да МХО биләмәһенә барасаҡ. Республика Башлығының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе һөҙөмтәләре буйынса "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто Журналистар союзы менән берлектә тағы ла аҡса йыйыу тураһында иғлан итте. Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов белдереүенсә, дрондар һәм бүтән кәрәкле әйберҙәр һатып алып, "Башҡортостан" полкына тапшырыласаҡ.
"Барыһы ла Еңеү өсөн" саҡырыуын "Бөтә кешеләр ҙә Еңеү өсөн!" тезисына әйләндереүҙе үҙебеҙҙең бурыс, тип һынайбыҙ", – тип, Максим Ульчев һәр кемде уйланырға, Еңеү өсөн көстәрҙе, мөмкинлектәрҙе, тәҡдимдәрҙе берләштерергә саҡырҙы.

Фото: bashinform.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас