-17 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
10 Февраль , 15:10

Шиғриәт

Бөгөн урыҫ шағиры Александр Сергеевич Пушкинды иҫкә алыу көнө. Уның танылған "Няне" тигән шиғырын башҡортсаға Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһендә тәҡдим итәбеҙ.

Шиғриәт
Шиғриәт

БАҒЫУСЫМА


Дуҫым минең ауыр көндәремдә,
Күгәрсенем минең ҡарыуһыҙ!
Яңғыҙ, ҡарағайлыҡ төпкөлөндә
Көтәһең күп-күптән арыуһыҙ.

Ҡарауылда төҫлө, көйәләнеп
Ултыраһың тәҙрә буйында,
Туҡтап ала бәйләм энәләрең
Йыйырсыҡтар баҫҡан ҡулыңда.

Онотолған ҡапҡа яғын бағып,
Ҡара ҡойған алыҫ юл сатын,
Һағыш-хәсрәт, һиҙенеүҙәр баҫып
Күкрәгеңдә ята гел ҡатыу.

(Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе.)

 

Подруга дней моих суровых,
Голубка дряхлая моя!
Одна в глуши лесов сосновых
Давно, давно ты ждешь меня.
Ты под окном своей светлицы
Горюешь, будто на часах,
И медлят поминутно спицы
В твоих наморщенных руках.
Глядишь в забытые вороты
На черный отдаленный путь;
Тоска, предчувствия, заботы
Теснят твою всечасно грудь…
То чудится тебе…

Фото: culture.

 

Шиғриәт
Шиғриәт
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас