-18 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
11 Февраль , 14:32

"Ҡалҡан" - иң яҡшы лагерь

Учалы районындағы В.Терешкова исемендәге "Ҡалҡан" балалар һауыҡтырыу лагеры республикала иң яҡшыһы тип табылған.

"Ҡалҡан" - иң яҡшы лагерь
"Ҡалҡан" - иң яҡшы лагерь

Учалы тау байыҡтырыу комбинатына ҡараған был лагерь 1962 йылда асылған. Йәмле урында - Ҡалҡан күле буйында урынлашҡан ул. 7-15 йәшлек үҫмерҙәр һәйбәт йыһазландырылған алты корпуста йәшәй. Заманса спорт майҙансыҡтары, йыл һайын яңы тема буйынса программа төҙөп, йүнәлешле эш алып барыу, хәүефһеҙлек, туҡланыу... Конкурсты ойоштороусылар төрлө яҡлап юғары баһалаған "Ҡалҡан"дың эшен. 

Лагерь етәкселегенә бүләкте балалар ялын һәм һауыҡтырыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тапшырған.

Фото: com.

 

"Ҡалҡан" - иң яҡшы лагерь
"Ҡалҡан" - иң яҡшы лагерь
"Ҡалҡан" - иң яҡшы лагерь
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас