-1 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
11 Февраль , 13:15

Мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек өсөн

Кисә Радий Хәбиров республика ҡалаларының ҙур мәктәптәре директорҙары менән осрашты.

Мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек өсөн
Мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек өсөн

– Мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек системаһы яңынан ҡарауҙы һәм көсәйтеүҙе талап итә. Беҙ балаларыбыҙҙы һаҡларға бурыслыбыҙ. Уларҙың һаулығы, тормошо, киләсәге хәүефте алдан күрә белеүебеҙгә бәйле, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ үҫмерҙәр менән эште лә үҙгәртергә кәрәклеген билдәләне:

– Хәҙер беҙ мәктәптәрҙең эшен хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, мәктәп эсендә уҡыусыларҙың һаулығына һәм ғүмеренә янаған кире күренештәрҙе, шул иҫәптән буллингты, булдырмау буйынса ла баһалаясаҡбыҙ. Һәр белем усағында проблемалы балалар бар. Бөгөнгө мәғлүмәти һуғыш шарттарында бала психикаһына бик күп негатив өйөлә. Был хәлде көслө контролдә тоторға кәрәк. Ошо өлкәлә бергәләп эшләрбеҙ, тип ышанам. Был системалы эштең башы һәм ойоштороу мәсьәләләре буйынса ярҙам итәсәкбеҙ. Тиҙҙән мәғариф учреждениеларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар тураһында указға ҡул ҡуясаҡмын.

Бергәләп республикала һәр бала өсөн хәүефһеҙ мөхит булдырырға тейешбеҙ, тип белдерҙе ул. 

Фото: glavarb.ru.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас