Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
16 Февраль , 16:32

Иң ҙур мәктәп асылды

Өфөнөң Кузнецов затонында 164-се белем биреү үҙәге асылды. Был 2200 урынлыҡ мәктәп – Башҡортостанда ғына түгел, Волга буйы округында иң ҙуры.

Иң ҙур мәктәп асылды
Иң ҙур мәктәп асылды

Яңы белем усағын тантаналы асыуҙа республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

– Бөгөн беҙ Волга буйы округы буйынса иң ҙур мәктәпте асабыҙ. Был, ысын мәғәнәһендә, балалар өсөн инновацион тәрбиә, мәҙәни, спорт һәм ял үҙәге. Уҡыусыларҙың, сығарылыусыларҙың ҙур уңыштары тураһында күп тапҡырҙар ишетербеҙ, тип ышанам. Иң мөһиме, мәктәп Тыуған илен яратҡан кешеләр тәрбиәләһен. Уҡыусыларға тырышып белем алыуҙарын теләйем, ә педагогтарға мөһим хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Радий Фәрит улы.

164-се белем биреү үҙәгенең директоры - Миләүшә Мырҙағәлина. Мәктәп биләмәһенә контроль-пропуск пункты аша ғына инергә мөмкин. 176 видеокамера эшләй. Район эске эштәр бүлеге менән оператив бәйләнеш тәьмин ителгән.

Мәктәптең проекты үҙенсәлекле: А хәрефе формаһында. Был башланғыс, урта синыфтар, ашхана өсөн айырым блоктар булдырырға мөмкинлек биргән.

Белем усағында бер нисә йүнәлеш буйынса уҡыясаҡтар. Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә медицина синыфтары буласаҡ. Технология йүнәлеше робототехника, яһалма зиһен, ЗД моделләштереүҙе, пилотһыҙ осоу аппараттарын, программалаштырыу мәктәбен эсенә ала. Мәғлүмәти технологиялар синыфын асыу планлаштырыла. Тағы социаль-иҡтисади, гуманитар йүнәлештәр бар.

Спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр ҙур. Дүрт спорт залы, мәктәп биләмәһендәге ике баскетбол майҙансығы, мини футбол, теннис уйнау, йүгереү, һикереү өсөн урындар, урам тренажерҙары ҡуйылған. Ял итеү, хатта йәшелсә-емеш үҫтереү өсөн махсус зоналар булдырылған.

Күптәрҙең хыялында ғына булған белем биреү үҙәге уңыштары менән республикала танылыу яулар әле.

Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Иң ҙур мәктәп асылды
Иң ҙур мәктәп асылды
Иң ҙур мәктәп асылды
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас