Исем туйына балалар баҡсалары тәрбиәселәре, уҡытыусылар, ата-әсәләр килгәйне. Һандар һәм ваҡыт төшөнсәһен, йыл миҙгелдәрен өйрәнергә ярҙам иткән йәнһүрәттең бер нисә серияһын ҡарағандан һуң был проект өҫтөндә эшләгән ижади төркөм менән ихлас аралашыу ойошторолдо. Белеүегеҙсә, йәнһүрәт "Муха" студияһында (директоры - Артур Абдрахманов) Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы (директоры - Юнир Әминев) һәм рәссам-карикатурист Камил Буҙыҡаев булышлығында төшөрөлгән.
Йәнһүрәттең төп геройҙары - Айгөл менән Айтуған һәм, әлбиттә, уларға башҡортса һандарҙы, йыл миҙгелдәрен өйрәтеүсе Әлифба. Балаларҙы кемдәр тауышландырған, тиһегеҙме? III синыф уҡыусыһы Рамазан Алтынбаев һәм V синыфта белем алыусы Наҙгөл Хисмәтуллина. Ә Әлифбаны - Розалия Ҡунысбаева-Раҡаева һөйләштерә. Композиторы - Денис Ғәниев.
Йәнһүрәт Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында төшөрөлгән.
"Әлифба"ның тәүге сығарылышы башҡортса алфавит хәрефтәре тураһында ине. Мәғариф министрлығы уны мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында уҡыу-методик ҡулланма булараҡ файҙаланырға тәҡдим иткән.
Тәрбиәселәр ижади төркөмгә башҡортса йәнһүрәт өсөн рәхмәттәрен белдерҙе, тәҡдимдәрен дә әйттеләр. Төҫтәр, хайуандар, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр, күренекле шәхестәр тураһында ла йөнһүрәттәр кәрәк, тип белдерҙеләр. Хатта геройҙарҙың да сәстәрен оҙонораҡ итеп, милли биҙәкле кейемдәр кейҙерергә тәҡдим иттеләр. "Урал батыр" эпосы буйынса кескәйҙәргә аңлайышлы, ябайыраҡ итеп йәнһүрәт төшөргәндә яҡшы булыр ине, тигән теләктәрен дә еткерҙеләр.
"Әлифба"ның икенсе өлөшө лә кескәйҙәргә башҡорт телен өйрәтеүҙә ҙур ярҙам булыр. Уны https://vk.com/multalifba һылтанмаһы буйынса ҡарарға мөмкин.