Уларҙы театрҙың тышында уҡ әкиәт геройҙары ҡаршы алды. Ә фойела аквагрим, причёска эшләтергә, төрлө матур фотозоналарҙа иҫтәлеккә фотоға төшөргә мөмкин ине.
Байрамға матур күлдәктәрен кейеп килгән 6-12 йәшлек ҡыҙҙар был көндө, ысынлап та, үҙҙәрен әкиәт донъяһына килеп эләккәндәй хис иткәндер. Әкиәт батшалығында уларға вальс серҙәрен дә өйрәттеләр. Театрҙың Грек залында бәләкәй принцессалар Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография училищеһында тәрбиәләнеүсе егеттәр, Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары етәкселегендә вальс та бейеп ҡараны. Күптәр өсөн был сара йәмғиәт, кеше араһына сығыу мөмкинлеге бирә. Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәрен бик тә бәхетле тойғандыр. Уларҙы республика Башлығы Радий Хәбиров һәм балды ойоштороусы “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла ҡотланы.
– Мин һеҙгә бөгөнгөләй гел матур булыуығыҙҙы, тормошта булған күңелһеҙлектәр, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуығыҙҙы теләйем, ауырыуҙар артҡа сигенһен. Әсәйҙәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Беҙ һәр саҡ һеҙҙең янда, ярҙам итәсәкбеҙ һәм һаҡлаясаҡбыҙ. Һеҙ – иң матур әсәйҙәр, – тине республика Башлығы.
Ә Каринэ Владимировна ла, һәр ваҡыттағыса, яғымлы итеп өндәште:
– Һеҙ бөгөн барығыҙ ҙа әкиәт биттәренән төшкән кеүек. Әле күңелегеҙҙе һәм йөрәгегеҙҙе биләгән бәхет тойғоһо һеҙҙең хәтерегеҙҙә оҙаҡ һаҡланһын. Принцессаның иң ҙур байлығы – ярата белгән ҡыйыу йөрәк икәнен онотмағыҙ.
“Осоусы карап” музыкаль спектаклен ҡарағандан һуң ҡыҙҙарға бүләктәр таратылды.
Автор фотолары.