-16 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Балалар өсөн хәүефһеҙ мөхит

Республика мәктәптәренең директор урынбаҫарҙарына яуаплылыҡ өҫтәлә. Был турала указ да сыҡты.

Балалар өсөн хәүефһеҙ мөхит
Балалар өсөн хәүефһеҙ мөхит

Февраль башында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың эре мәктәптәре директорҙары менән осрашҡайны.

– Мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек системаһы яңынан ҡарауҙы һәм көсәйтеүҙе талап итә. Беҙ балаларыбыҙҙы һаҡларға бурыслыбыҙ. Уларҙың һаулығы, тормошо, киләсәге хәүефте алдан күрә белеүебеҙгә бәйле, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ үҫмерҙәр менән эште лә үҙгәртергә кәрәклеген билдәләне.

– Хәҙер беҙ мәктәптәрҙең эшен хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, мәктәп эсендә уҡыусыларҙың һаулығына һәм ғүмеренә янаған кире күренештәрҙе, шул иҫәптән буллингты, булдырмау буйынса ла баһалаясаҡбыҙ. Һәр белем усағында проблемалы балалар бар. Бөгөнгө мәғлүмәти һуғыш шарттарында бала психикаһына бик күп негатив өйөлә. Был хәлде көслө контролдә тоторға кәрәк. Ошо өлкәлә бергәләп эшләрбеҙ, тип ышанам. Был системалы эштең башы һәм ойоштороу мәсьәләләре буйынса ярҙам итәсәкбеҙ. Тиҙҙән мәғариф учреждениеларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар тураһында указға ҡул ҡуясаҡмын, – тип белдерҙе.

Февраль аҙағында республика етәксеһе мәктәп директорҙарының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙары менән дә осрашып, белем усаҡтарында терроризмдан һаҡлау мәсьәләләре буйынса һөйләште. Завучтар белем усаҡтарындағы психологик мөхит өсөн яуаплы буласаҡ. Ошо турала республика етәксеһенең указы ла сыҡты. 1 марттан директор урынбаҫарҙарына 30 мең һум аҡса өҫтәп түләнәсәк. Хәҙер социаль селтәрҙәрҙә үҫмерҙәргә ҡарата енәйәтселәрҙең һөжүме көслө, алдап, ҡотортоп, насар юлға баҫтырырға, үҙҙәренең бысраҡ эштәрен йәш быуын вәкилдәренән үтәтергә тырышалар. Хәүеф төркөмөнә ингән уҡыусыларҙы алдан асыҡларға, уларҙы насар йоғонтонан һаҡларға кәрәк.

Директор урынбаҫарҙары өсөн квалификация күтәреү курстары үткәреләсәк, Республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәгендә мәктәп психологтары өсөн дә айырым бүлек асыласаҡ.

Мәғлүмәт һуғышы заманында йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙға иғтибарҙы күберәк бүлһәк ине. Улар сәғәттәр буйы смартфонға текәлеп ултырмаһын, мутлашыусылар тоҙағына эләгеп, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән енәйәт юлына баҫмаһын.

Фото: Республика Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас