-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Арыҫлан - Рәсәйҙә еңеүсе!

Өфөнән X синыф уҡыусыһы Арыҫлан Шамилов йәш юл хәрәкәте инспекторҙарының "Лукьянов вариҫтары" Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеү яулаған. Әйткәндәй, ул үткән көҙ көнө "Артек"та "Ҙур тәнәфес" конкурсында II  дәрәжә лауреат булып, 100 меңгә сертификат менән бүләкләнгәйне.

Арыҫлан - Рәсәйҙә еңеүсе!
Арыҫлан - Рәсәйҙә еңеүсе!

Арыҫлан Г.В.Королева исемендәге 38-се мәктәптә уҡый. Йәш юл инспекторҙары хәрәкәте әүҙемсеһе. Етәксеһе - Петр Дещенко. Олимпиада финалында илдең 9 төбәгенән 22 ҡатнашҡан. Был бәйгелә еңеү юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә өҫтөнлөк бирә. Ошондай олимпиадалар киләсәккә һөнәр һайлауға ла булышлыҡ итә. 

 

 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас