Ошо көндәрҙә университет унда медицина синыфы асҡан. Проект буйынса уҡыусылар химия, биология, физика, генетика фәндәрен тәрәнәйтеп өйрәнәсәк. Беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса белем аласаҡтар. Дәрестәр БДМУ уҡытыусыларының методик етәкселегендә дистанцион форматта уҙасаҡ.
Ҡыҙҙар университет лабораторияларында ла буласаҡ. Вуздың профессорҙары һәм уҡытыусылары үткәргән практик оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡтар. Учреждениела иһә заманса йыһазландырылған өс уҡыу аудиторияһы булдырылған.
Әйткәндәй, был — тотош Рәсәй буйынса махсус уҡыу-тәрбиә учреждениеһы базаһында асылған беренсе медицина синыфы, тәүге тәжрибә.
Фото: com.