Был комиссия булдырылған. Уны Дәүләт Думаһы депутаты, яҡташыбыҙ Ирина Панькина етәкләйәсәк. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, спорт министры Руслан Хәбибов рәйестәше буласаҡ. Шулай уҡ эшсе төркөмгә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының төбәк бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич һәм башҡа ведомство етәкселәре индерелгән.
Эшсе төркөм туғандары МХО биләмәһендә хәбәрһеҙ юғалған ғаиләләрҙең һорауҙары буйынса өҙлөкһөҙ эшләйәсәк. 20 мартҡа тиклем халыҡ менән бәйләнеш өсөн уның офисын булдырасаҡтар.
Фото: "Башинформ".