+20 °С
Облачно
VKOKTelegram

Капова түгел, Шүлгәнташ мәмерйәһе

Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл тәбиғәт ҡомартҡыһы Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе хәҙер рәсми рәүештә Шүлгәнташ тип атала һәм ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегендә лә шулай тип яҙылған.

Капова түгел, Шүлгәнташ мәмерйәһеКапова түгел, Шүлгәнташ мәмерйәһе
Капова түгел, Шүлгәнташ мәмерйәһе

Был турала  Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте.

Шүлгәнташ - мәмерйәнең боронғо исеме. Быны тарихи документтар ҙа раҫлай. Сәйәхәтсе, академик Иван Лепехин 1772 йылғы көндәлектәрендә: "Ағиҙел йылғаһы янындағы тауҙа Шюлюган-Таш тип аталған шәп мәмерйә бар", - тип яҙып ҡалдырған. Шүлгәнташты шулай тип яҙған инде. Ә Капова исеме  мәмерйәне XX быуаттарҙа тикшереүселәрҙең яҙмаларында ғына осрай икән.

Дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһын үткәрелеп, мәмерйәгә тарихи исеме ҡайтарылыуы - бик тә ҡыуаныслы ваҡиға.

Фото: bashinform.

 

Капова түгел, Шүлгәнташ мәмерйәһе
Капова түгел, Шүлгәнташ мәмерйәһе
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас