+19 °С
Облачно
VKOKTelegram

Китап байрамы үтәсәк

Быйыл республикабыҙҙа "Китап байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһе дүртенсегә үтәсәк. Төп темаһы: Халыҡтар дуҫлығы - әҙәбиәттәр дуҫлығы.

Китап байрамы үтәсәкКитап байрамы үтәсәк
Китап байрамы үтәсәк

Сара Китапханалар көнөндә башлана. 28-30 майҙа Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында уҙасаҡ.

Китап йәрминкәһендә хәҙерге заманда китаптың әһәмиәте, һанлы дәүерҙә ҡағыҙ баҫмаларҙың баһаһы темаларына түңәрәк өҫтәл, яңы китаптарҙың исем туйҙары, яҙыусылар менән осрашыуҙар ойошторола.

Быйыл мәғариф темаһына айырым иғтибар биреләсәк. Китап байрамына республика муниципалитеттары ла йәлеп ителәсәк.

Өс көн буйы иртәнге сәғәт 10-дан төнгө 10-ға тиклем төрлө саралар үтәсәк. Һәр көн бер темаға - халыҡтар дуҫлығына, ғаилә ҡиммәттәренә, тарихыбыҙға хөрмәт күрһәтеүгә арналасаҡ.

Фото: vk.com.

 

 

Китап байрамы үтәсәк
Китап байрамы үтәсәк
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас