+19 °С
Облачно
VKOKTelegram

Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү буйынса ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

 Махсус хәрби операция барышында хәбәрһеҙ юғалған яҡташтарыбыҙҙы эҙләү буйынса эшсе төркөм булдырылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. 

Уны Дәүләт Думаһы депутаты, яҡташыбыҙ Ирина Панькина етәкләй. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, спорт министры Руслан Хәбибов - рәйестәше. Шулай уҡ эшсе төркөмгә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының төбәк бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич һәм башҡа ведомство етәкселәре индерелгән. 

 Руслан Хәбибов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдереүенсә, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙар менән бәйле һорауҙар менән иң беренсе сиратта "Ватанды һаҡлаусылар" төбәк фондының филиалдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Өфөләге адресы: Минһажев урамы, 107 йәки Совет урамы, 13/15. Йәшәгән урының буйынса социаль координаторға мөрәжәғәт итеү өсөн адрестар ошонда:

 АДРЕСА ЦЕНТРАЛЬНОГО ФИЛИАЛА И ОТДЕЛЕНИЙ ФОНДА "ЗАЩИТНИКИ ОТЕЧЕСТВА" В РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН

 

 Фото: com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас