

Сара ҡунаҡтарға бик бай булды. Был көндө Һайран еренә билдәле шәхестәр аяҡ баҫты:
Риф Иҫәнов - Юрматы ырыуының ҡор башлығы, эшҡыуар һәм меценат;
Салауат Кәримов — Салауат Юлаев ордены кавалеры, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире;
Мөнир Ҡунафин — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире;
Рита Фәтҡуллина — Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә;
Мәрзиә Уралбәк ҡыҙы — Өфөләге Ноғман Мусин исемендәге 48-се башҡорт лицейы директоры;
Яҙыусының яҡын туғандары — Дамира Таһирова һәм Лилиә Мөхәмәҙуллина.
Балалар өсөн ярыш өс йүнәлештә (секцияла) ойошторолдо:
«Ер биҙәге» — яҙыусының әҫәрҙәре буйынса һүрәт төшөрөү;
«Мин — Мәңгелек Урман» — Н. Мусиндың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе яттан һөйләү;
«Күңел нуры» — әҙиптең әҫәрҙәрен сәхнәләштереү һәм туған ергә, телгә, тәбиғәткә бағышланған йырҙар конкурсы.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ишембай районы һәм ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте методисы Гөлнур Шамил ҡыҙы уҡытыусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле ярыш ойошторҙо. Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Мәләүез һәм Ғафури райондарынан килгән коллегалар Ноғман Мусиндың тормош юлына һәм бай ижади мираҫына бағышланған викторинала сәмләнеп ҡатнашты.
Тантананы ябыу өлөшөндә сараға йомғаҡ яһалды, еңеүселәр тәбрикләнде. Иң мөһим яңылыҡ менән Мәрзиә Уралбәк ҡыҙы уртаҡлашты: киләһе йылда Мусин уҡыуҙары республика кимәлендә баш ҡалабыҙ Өфөлә үтәсәк!
V Мусин уҡыуҙарын ойоштороуға баһалап бөтөргөһөҙ өлөш индергән Ишембай район-ҡала башҡорттары ҡоролтайына, Ишембай мәғариф идаралығына, Һайран урта мәктәбе коллективына һәм был эшкә бар күңелен, көсөн һалған Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнабаеваға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ноғман Мусин — халҡыбыҙҙың рухи терәге, «Мәңгелек урман»дың мәңгелек йырсыһы. Уның ижади мираҫы халыҡ күңелендә мәңге йәшәйәсәк, сөнки Мусин һүҙе — ул Халыҡ һүҙе, Ер һүҙе, Намыҫ һүҙе.
Урал ТАҺИРОВ.