

Башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр - 178 813 кеше, башҡорт телендә иркен аралашыусылар - 145 635, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар - 82 088.
Халыҡ-ара акцияға сит илдәрҙән Испания, Ҡаҙағстан, Латвия, Тажикстан, Үзбәкстан, Эстония, Беларусь, Германия, Ҡырғыҙстан, Румыния һәм Төркиәлә йәшәүселәр ҡушылған.
Быйыл башҡорт теленән 12-cе тапҡыр диктант яҙҙыҡ. Был акция төрлө быуын, төрлө милләт кешеләрен берләштереүсе матур сара булып тора.
Фотола - Мәләүез районы уҡыусылары.