

Иң беренсе булып ул Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев премиялары лауреаты Артур Кәбировҡа тапшырылды.
Артур Зиннур улы 1985 йылдың 10 апрелендә Дыуан районы Арый ауылында тыуған. Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе республика башҡорт интернат-гимназияһын тамамлағас, Бөтә Рәсәй М.С.Шепкин исемендәге юғары театр училищеһында белем ала. Театрҙа 2007 йылдан эшләй.
"Рәми ағайҙың исемен йөрөткән данлыҡлы гимназияла уҡыуым әле лә көс биреп, шағир рухына тап төшөрмәҫкә өндәгәндәй. Ниндәйҙер кимәлдә Рәми Ғарипов менән оҡшашбыҙ ҙа. Ул үҙе шунда белем алған, мөхәббәтен осратҡан, артабан мин дә, уның кеүек, Мәскәүҙә уҡыным. Шағир образын сәхнәлә бер нисә тапҡыр уйнаным. Тәүҙә гимназияла Рәми ағайҙы һынландырһам, һуңынан театрҙа “Февраль. Буран...” спектаклендә башҡарҙым. Ә уның шиғырына Илшат Яхин яҙған “Минең йондоҙом” йыры йәштәр араһында популяр хитҡа әйләнде тиһәм дә, алдамаҫмын", - ти Артур Кәбиров бер интервьюһында. Уны лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ.
Фото: sun9-77.