

Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа балалар әҙер яуаптарҙан ғына күсерә лә ҡуя. Был, әлбиттә, ялҡауыраҡтарға ҡағыла.
Яһалма зиһен тормошобоҙға ныҡлап килеп инде, беҙ уны файҙалана белергә тейешбеҙ, әммә тулыһынса бөтә эште уға тапшырып ҡуйырға ярамағанын аңларға кәрәк.
Рәсәй Хәүефһеҙлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев та уҡытыу процесына ҡарашты үҙгәртергә, яһалма зиһен заманында уҡыу сифатын һаҡлап ҡалырға саҡырҙы.