+14 °С
Облачно
VKOKTelegram

Был яһалма зиһен менән ни эшләргә?

Хәҙер студенттарҙың да күбеһе курс эштәрен, рефераттарҙы яҙғанда яһалма зиһенде ҡуллана. Дәүләт Думаһы депутаты Юрий Григорьев ошоға ҡарата үҙ фекерен белдергән. "Мәғарифта нейроселтәрҙе ҡулланыуҙы тыйыу мөмкин түгел.

Был яһалма зиһен менән ни эшләргә?Был яһалма зиһен менән ни эшләргә?
Был яһалма зиһен менән ни эшләргә?

Уның урынына дәүләткә, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә яһалма зиһенде ҡайҙа ҡулланырға, ҡайҙа ҡулланмаҫҡа икәнен билдәләргә, берҙәм "уйын ҡағиҙәләре"н булдырырға кәрәк",- тигән ул.

Ысынлап та, заман үҙгәрә. Фән алға бара. Кешелек артта ҡалырға тейеш түгел, яңы быуынға яһалма зиһенде белеп ҡулланырға өйрәнергә кәрәк. Ҡасандыр ҡағыҙға ғына яҙа торғайныҡ, хәҙер был да онотолоп бара бит.

Ә нейроселтәр ярҙамында яҙылған эштәрҙе уҡытыусыларға нисек баһаларға? Һәр ваҡытта ла яһалма зиһенгә ышанырға мөмкинме? Шуныһы аңлашыла: бөгөн уны инҡар итеү мөмкин түгел. Киреһенсә, замандан артта ҡалмаҫҡа, өйрәнергә, йышыраҡ ҡулланырға, беҙгә уны башҡортса "фекерләргә" өйрәтергә кәрәк. 

Әлбиттә, нейроселтәрҙе оҫта файҙаланып, бына тигән йыр ҙа, хикәйә лә яҙҙырып алып булалыр, быныһы инде эсте бошора. 

Фото: vogazeta. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас