+14 °С
Облачно
VKOKTelegram

Депутат IX синыфтан һуң колледждарға китеүсе йәштәр тураһында

Рәсәй Дәүләт Думаһының фән һәм юғары белем буйынчса комитеты рәйесе урынбаҫары Олег Смолин IX синыфтан һуң уҡыусыларҙың күпселегенең колледж, техникумдарға уҡырға инеүе тураһында борсолоулы фекерҙәрен белдергән. 

Депутат IX синыфтан һуң колледждарға китеүсе йәштәр тураһындаДепутат IX синыфтан һуң колледждарға китеүсе йәштәр тураһында
Депутат IX синыфтан һуң колледждарға китеүсе йәштәр тураһында

Уның әйтеүенсә, совет осоронда X синыфҡа балаларҙың 50-70 проценты барған. Бөгөн колледждарға китеүҙәренең сәбәбе, беренсенән, йәштәрҙең тиҙерәк һөнәри белем алып, аҡса эшләй башлауы менән бәйле. Был күберәк аҙ килемле ғаиләләргә ҡағыла. Икенсе сәбәп - Берҙәм дәүләт имтиханы системаһының ҡатмарлы булыуы, унан ҡурҡыу. 

Смолин уҡыусыларҙың X синыфҡа ҡалмауҙарының кире яҡтарын да билдәләгән. Уның фекеренсә, был дөйөм белем биреү кимәлен түбәнәйтә, сөнки колледждарҙа мәктәптәрҙәге кеүек фәндәр күп түгел. Өҫтәүенә 15-16 йәштә дөрөҫ итеп һөнәр һайлау еңел булмай, яңылышыуың бар. Йәнә XI синыфты тамамлаусылар аҙ булыу сәбәпле, техник вуздарға студенттар йыйыу ҙа үҙе бер мәсьәлә булып тора. 

Депутат, туғыҙынсыларҙың яртыһы - колледжға барһа, ҡалған яртыһы мәктәптә белем алыуын дауам итһә, илгә кадрҙар әҙерләүҙе тәьмин итеү өсөн яҡшыраҡ булыр ине, тип билдәләй. 

Шулай уҡ ошо көндәрҙә Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анзор Музаев, яҡын йылдарҙа БДИ бөтөрөлмәйәсәк, тип хәбәр итте...

Фото: bashkortostan. 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас