+23 °С
Облачно
VKOKTelegram

Рәми Ғарипов миҙалы тапшырылды

Кисә Яҙыусылар союзында Рәми Ғарипов миҙалын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Рәми Ғарипов миҙалы тапшырылдыРәми Ғарипов миҙалы тапшырылды
Рәми Ғарипов миҙалы тапшырылды

Был наградаға Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, Тамара Ғәниева, Гөлфиә Юнысова, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Михаил Чванов, шағирә Дилә Булгакова, талантлы кинорежиссер Булат Йосопов, профессорҙар, фән докторҙары Гөлфирә Абдуллина һәм  Ләйлә Хөсәйенова, Салауат районы Арҡауыл ауылындағы Рәми Ғарипов музейы директоры Луиза Хәйретдинова лайыҡ булды. Тамара Ғәниеваның миҙалын уның ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Неля Ғәйнетдинова алды.  

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов апрелдә Рәми Ғарипов миҙалын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Артур Кәбировҡа ла тапшырғайны. 

Бөтә бүләкләнеүселәрҙе лайыҡлы наградалары менән ихлас ҡотлайбыҙ.

Фото: com.

Рәми Ғарипов миҙалы тапшырылды
Рәми Ғарипов миҙалы тапшырылды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас